Донъяла иң матур ил —
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң матур тел —
Ул минең туған телем.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, быуындан-быуынға күсә
килгән ғәзиз хазинаһы – әсә теле бар.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы
2019 йылдан алып 14 декабрь – “Башҡорт теле көнө” тип билдәләнә.
Байрам башҡорт шағиры, фекер эйәһе һәм ағартыусыһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған. Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов 1831 йылдың 14 декабрендә Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуған.
Ул үҙенең ижадында халҡына күп тапҡырҙар ағартыуға саҡырып мөрәжәғәт иткән, уныңһыҙ киләсәкте күреү мөмкин түгел икәнлеген аңлатҡан.
Уның милли шиғриәткә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө бик ҙур.
Бына уның бер һүҙҙәре: Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!



