8 июль Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө .
Буранғол ауыл мәҙәниәт йортонда,матур байрам көнөндә, күп балалы Сабитовтар ғаиләһенә ” Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн”миҙалы тапшырылды.Зөлфиә һәм Ғаян Сабитовтар биш бала үҫтереп буй еткергән, һәр береһен башлы күҙле итеп оло тормош юлына сығарған. Ейәнсура районы хакимиәте урынбаҫары Марат Рафиҡ улы Сабитовтар ғаиләһен ысын күңелдән ҡотланы һәм иҫтәлекле миҙалды тапшырҙы. Рәмил Зәйнитдин улы ҡотлау һүҙҙәрен әйтте. Был матур сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре , Сабитовтар, уларҙың балалары, туғандары, яҡындары ҡатнашты.







