Был ҡупшы һүҙ түгел,

Хәтерҙәрҙән тиҙ юйыла торған.

Мәғәнә асылында, мәңгелеккә

Күңелдәргә, йәнгә уйыла торған.

Ҡайһы тауҙың таштарыннан икән

Батырлыҡҡа һәйкәл ҡуяһы?

Ваҡыт еле ташларҙы ла ашай,

Тик мәңгелек хәтер ҡаяһы!

Батырлыҡ тип күпме һөйләп йөрөмәйек,

Күпме уны күккә күтәрмәйек ,

Ише бармы бөйөклөклегең, һалдат,

Ҡылған батырлыҡҡа тиңләрлек?
Бөгөн Буранғол мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ,уҡытыусылары Гөлгөнә Фәрит ҡыҙы менән батырлыҡ нимә ул,батыр кеше ниндәй кеше,кемдәр батыр була ала тигән һорауға яуап эҙләп әңгәмә үткәрҙек.Эйе батыр кешеләр күп беҙҙең арабыҙҙа.Беҙ уларҙы хәтерләйбеҙ,хөрмәт итәбеҙ.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып бөйөк еңеүҙе яулаусы беҙҙең олатай-ҡартайҙарыбыҙ,тылда ал-ял белмәй эшләгән оло йәштәге ҡарттар,ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар.Улар батырлығы менән тыныс тормошта йәшәйбеҙ.Хәҙерге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.Беҙ,уларға тылдан ярҙам итәбеҙ.Окоп шәмдәре,йылы кейемдәр,тәмлекәс күстәнәстәр менән бергә хаттар яҙып гуманитар ярҙам менән оҙатабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла олатай Казбулатов шиғырынан өҙөк «Бәлки һуңғы тапҡыр” тип атала.Уны 1945 йылда Германияла яҙған.Фарзия инәй Байсыуакованан яҙып алдым.
Оҙаҡ ваҡыт дошман ҡоллоғонда
Ҡан эсендә,ҡайғы эсендә,
Уйлай инем һағынып үткән көндө
Таң алдында ,һәмдә кисендә.
Һиҙә инем ҡоллоҡ нужалары
Йәшлегемде тартып алғанын,
Һиҙә инем талғын йәш йөрәктән
Ҡайнар ҡандар ергә тамғанын.
Йөрәгемдең тәрән яралары
Мәңге һүнмәҫ,ахыры юғалмаҫ.
Миндә тыуған яҙыу таланттары
Тормошома бәлки юл һалмаҫ.
Айырылып ҡалды тыуған илем,
Тыуған илем,зәңгәр яланым.
Онотолмай һаман шул турала
Шул турала йырҙар яҙамын.
Их ҡәбәхәт тотҡон йәшлегемде
Юғалтыусы,тартып алыусы
Ҡыҙманмайса үлем ҡосағына
Ҡосағына ҡулдан тартыусы…