Стационарҙан тыш китапхана хеҙмәте мөһим социаль роль уйнай, сөнки стационар китапханалары булмаған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә мәғлүмәт хеҙмәттәре алырға мөмкинлек бирә..
“Передвижка” төрлө категория граждандарына әҙәбиәт ташый, был төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡайһы берҙә китапханаға үҙе килә алмағандарға бик уңайлы. 9 февралдә, Буранғол моделле китапханаһы китапханасыһы, уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, журналдарҙы һайлап алып,
Бикберҙе ауыл клубына килде. Был ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар клубта «Һалдатҡа йылы бүләк ит!» акцияһына ҡушылып йылы билбауҙар бәйләй ине. Күптәр ваҡытлы матбуғат менән ҡыҙыҡһына һәм сираттағы ваҡытты файҙалы үткәрә. Ҡайһы берҙәре өйҙә уҡыу өсөн гәзит һәм журналдар алырға теләк белдерә һәм яратып уҡыған журналдарын уҡырға ала.





