Ожмах—әсәләрҙең аяҡ аҫтында,
Бәхет — әсәң иҫән булыуҙа.
Әсәйеңдең һөйөнөстән генә
Күҙҙәренә йәше тулыуҙа.
Яҙ.Яҙҙың беренсе айы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яратып һәм көтөп алған байрамдарҙың береһе- 8 март байрамы…”Әүкәйҙәр”фольклор ансамбле ҡатнашыусылары,махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугир егеттәребеҙҙең әсәләре ҡатнашҡан кисә китапхананың уҡыу залында үтте.”Гүзәл кеше-әсә кеше”ял кисәһе конкурс-ярыштар йыр-моң менән үрелеп барҙы.Әсәләр шиғриәт тулҡындарында матур,яғымлы шиғырҙар ижад иттеләр,сәскәләр гөлләмәһе һәм байрам открыткаһы биҙәнеләр.Әҙәбиәт һәм башҡорт халыҡ ижады буйынса башватҡыстар систеләр.Матур ял кисәһе тағы осрашып аралашыуға,күңелдәрҙе бушатып алыуға,ял итергә,күңелле итеп һөйләшеп-аралашыуға матур сара булды. Һәр йыл һайын килә был байрам
Һәр көн тыуған ҡояш шикелле,
Йылдар һайын данлай был байрам
Гүзәл кеше – әсә кешене!








