Ҡурай көнө — Башҡортостан символдарының береһе — ҡурайға арналған байрам.
Һыҙҙырт, ҡурай,үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккә ҡылдарын
Һиҙҙерт,ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт,һөйләп башҡорт моңдарынҠурай- башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло аманат. Ул элек-электән башҡорт халҡының һағышын да, шатлығын да, ҡайғыһын да, данлы еңеүен дә көйләгән.
Таҡыябаш ҡурайҙың ғүмере ҡыҫҡа кеүек; яҙын ерҙән ҡурпып сығып, йәйен балҡып сәскә атып, көҙөн ҡыуарып, орлоғон ҡоя. Ләкин уның орлоҡтары, ҡабат шытып сығыу өсөн, халыҡ ҡулына күсә.
Ҡурай-башҡорт милли сәнғәтенең сағыу бер биҙәге, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди донъяһында мөһим урын тотҡан атрибут булараҡ, Башҡортостан республикаһының дәүләт гербы символикаһына ингән.
Буранғол моделле китапханаһында «Башҡортостан-ҡурай иле» кисәһендә «Әүкәйҙәр» фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар,уҡыусы балалар ҡатнашты.
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы менән танышыу,ҡатнашыусылар ҡурайҙың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында белеп, уның тураһында боронғо легендалар, был инструмент менән бәйле ҡыҙыҡлы факттар менән таныштылар.Билдәле ҡурайсылар,яҡташ-ҡурайсылар тураһында мәғлүмәтте иғтибар менән тыңланылар.Ҡурай моңона күмәкләшеп бейенеләр.






