Трушин мәктәбендә Бикбау биләмәһенә ҡараған Буранғол,Бикберҙе,Трушино,Бикбау,Карадиган ауылдарының оло быуын вәкилдәре өсөн,беренсе октябрь көнө, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған бик матур сара үтте. Ҡотлау һүҙе менән Бикбау ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Зәйнетдин улы Юлсанов сығыш яһаны. Байрам программаһы йөкмәткеле шиғырҙар, матур йырҙар, күңелле уйындар менән үрелеп барҙы. Килгән ҡунаҡтар ҙа матур сығыштарға тағы ла йәм өҫтәп, үҙҙәренең күстәнәс йыр-шиғырҙарын бүләк иттеләр. Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың бер-береһен күреп, аралашып ҡайтыуҙары күңелдәрҙә йылы хистәр уятып, байрам кәйефен тағы ла йәмләне. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.
Зәңгәр күктә ҡояш балҡый,
Тирә-яҡҡа сәсеп нурҙарын.
Байрамдар менән ҡотлайым,
Ҡотлайым,ОЛОЛАРЫМ!
Ҡояш кеүек нурлы булһын,
Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ!
Ауырымағыҙ,һыҙланмағыҙ,
Һау-сәләмәт кенә булығыҙ!!!
Матур ҡартлыҡ бирһен,Хоҙай,
Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта!
Йәш ваҡыттар нисектер ҙә үтә,
Бәхет булһын әле ҡартлыҡта!!!
Маңлайҙарҙа һырҙар,сәстәрҙә сал,
Матурлайҙар һеҙҙе,биҙәйҙәр.
Күңелдәре дәртле булғандар,
Ҡартлыҡ тигәндәрен һиҙмәйҙәр.
Ҡартаймағыҙ әле,ОЛОЛАРЫМ,
Байрамдар ҡотло булһын!
Ташламаһын һеҙҙе йәшлек дәрте,
Донъялар имен торһон!!!
Һөйөнөстәр генә килтерһендәр,
Һеҙ үҫтергән ҡыҙҙар һәм улдар!
Бәхет,шатлыҡ ҡына теләйем,
Ҡабул булһын минең ҡотлауҙар!!!
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.






