1 октябрь- Халыҡ-ара Ололар көнө. Изгелек һәм хөрмәт көнө тип тә йөрөтәләр. Был байрам юҡҡа ғына ҡояшлы, сыуаҡ көҙ көнө билдәләнмәй. Ғүмер көҙөнә еткән ололар балалар, ейәндәр изгелеген күреп, уларҙың уңыштарына шатланып бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр.
Буранғол моделле китапханаһына “Әүкәйҙәр”фольклор ансамблендә ҡатнашыусыларҙы,МХО-ла хеҙмәт иткән яугир-һалдаттарыбыҙҙың әсәләрен саҡырып байрам сәйе ойошторҙоҡ. Ихлас күңелдән байрам сараһында ҡатнашып,йырлашып,уйындар уйнап күңелдәрен әҙ генә булһа ла күтәрҙеләр.Һеҙҙе,һалдат әсәләре, Әүкәйҙәр ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын! Балаларығыҙҙың , туғандарығыҙҙың, ауылдаштарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерегеҙ!