Буранғол моделле китапханаһында “Беслан.Онотолмаҫлыҡ фажиғә!” исемле хәтер сәғәте уҙғарылды.
Беслан фажиғәһе… Һәр кемдең йөрәген әренетерлек, онотолмаҫ хәл, уңалмаҫ яра ул ҡот осҡос көндәр. “Беслан.Онотолмаҫлыҡ фажиғә” исемле терроризмға ҡаршы сара башланғыс синыф уҡыусыларын уйланырға этәрҙе.
2004 йылдың тәүге уҡыу көнө Беслан ҡалаһының 1 – се һанлы мәктәбе. 1 сентябрь иртәһендә байрам тантанаһына йыйылған 1181 кеше ҡанлы мәхшәр эсендә ҡала. Шуларҙың 800 е балалар була. Террорсылар уларҙы 3 көн буйы спортзалда ябыулы тоталар. Ашарға ла, эсергә лә бирмәй интектерәләр. 394 кеше һәлак була, шуларҙың 159 ы балалар.
Беслан фажиғәһе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем Беслан халҡына ярҙам итәргә тырышты. Барлык кешеләрҙең күңелдәрен тетрәндергән Беслан ваҡиғаһына бағышлап күпме шиғырҙар яҙылды,йырҙар ижад ителде!
21 йыл үтте…
Сарала ҡатнашыусылар һуғыштарҙа һәм террористик акттар ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар.Теләктәшлек йөҙөнән етәкләшеп фотоға төштөләр.
Был көндәрҙе оноторлоҡ түгел. Сараның да маҡсаты – балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү ине.
Тыныс булһын илебеҙ!