Кеше үҙ тормошон үҙе биҙәргә тейеш.Донъя матур,яҡты.Тик шул матурлыҡты,яҡшылыҡты файҙалана белергә генә кәрәк.Үрге Бикберҙе ауыл клубында йәштәр һәм балалар өсөн “Мин тормошто яратам”тип аталған иҫкәртеү сәғәте үткәрелде.Китап,журналдарҙан наркоманияға ҡаршы “Наркотикһыҙ тормош”исемле китап күргәҙмәһе әҙерләнде.Йәш быуынды наркомания тоҙағына эләкмәһендәр өсөн үткәрелгән әңгәмәлә Бикбау ауыл хакимиәтенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаштылар һәм сығыш яһанылар.