Май- яҙҙың һуңғы айы, ҡояш йылыһын йомарт итеп тарата, ерҙе сағыу нурҙар менән ҡыуандыра. Май уртаһында, яҙғы тәүге сәскәләр менән бер рәттән, файҙалы үләндәр ҙә барлыҡҡа килә башлай. Традицион рәүештә, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тау һуғаны,ҡаҡы,ҡуҙғалаҡ йыйырға йөрөй. Буранғол моделле китапханаһында башҡорт халыҡ йолаһы буйынса “Ҡуҙғалаҡ”байрамы үткәрелде. Яҙ һәм йәй ауыл тирәһендә үҫкән үләндәрҙең файҙалы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшеп,ҡуҙғалаҡтың файҙалы витаминға бик бай икәнен белдек.Сарала Г.Акбутина менән,Г.Хамитова ҡатнашты,балаларға ҡуҙғалаҡ һәм башҡа витаминлы үләндәр тураһында һөйләнеләр.
Байрамда ҡатнашыусылар Г.Акбутина йырлаған таҡмаҡ тыңлап,халыҡ уйыны “Йәшерәм яулыҡты” уйнанылар.