1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең Буранғол ауылында ҙур сара үтте.
Байрам үткән майҙансыҡ балаларҙың шат ауазынан яңғырап торҙо был көндө. Һәр бала уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашты. Бәләкәстәр өсөн төрлө-төрлө уйындар ойошторолдо.”Тоҡ кейеп һикереү”, “Ҡашыҡҡа йомортҡа һалып йүгереү», “Мин беләм”, “Йүгеректәр”, “Саялар ярышы”үткәрелде. Балалар етеҙлектә, зирәклектә ярыштылар. Байрам шаулап-гөрләп үтте. Һәр бала байрам бүләге алып ҡыуанды.
Балаларҙың киләсәге матур, яҡты булһын, илдәр тыныс торһон, балалар тыныс тормошта йәшәһен, баласаҡтары күңелле иҫтәлектәргә бай, бәхетле үтһен!