Бөйөк Еңеүҙең 80 йылына арналған тантаналы байрам сараһы үтте. Илебеҙ азатлығы, тыныс тормош өсөн баштарын һалған яугирҙәрҙе, иҫән -һау әйләнеп ҡайтып, оҙайлы хеҙмәт юлы үтеп, хәҙер инде вафат булған һуғыш ветерандарын, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булмағандың сиген үтеп, үҙҙәре ас-яланғас булғанда ла, “барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн”, тип хеҙмәт иткән тыл ветерандарын иҫкә алыу, хөрмәтләү өсөн Хәтер кисәһенә йыйылдыҡ.
Ерҙә бер нимә лә мәңгелек түгел.Хәтер-ул мәңгелек.Күңелде тетрәткән,яҙмыштарҙы емергән, миллионлаған “ҡара ҡағыҙҙары” менән аҡ бәхеттәрҙе,аҡ киләсәкте ҡараларға манған,тарих биттәрендәге ҡанлы һуғыштан ҡалған яралы үткәнебеҙ Мәңгелек!Уны оноторға,үткәндәргә битараф булырға хаҡыбыҙ юҡ.Илебеҙ быйыл шаулап-гөрләп бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй.
Хәтер кисәһе.Ауылда һуғыштың нисек башланып,нисек тамаланыуын,ниндәй ауырлыҡтар,аслыҡ,етемлек аша килгәнен һәр кем белә.1418 көн көткән Еңеү Байрамы онотолмай,хәтерҙә.
Ауыл хакимиәте башлығы Р.Юлсанов,МХО-нан ялға ҡайтҡан яугир К.Рафиков байрам менән ҡотлап,хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.
Бик күп хәтирәләр һаҡлаған был Еңеү көнө килер быуындәрҙың дә хәтерендә булһын,ауыр,михнәтле һуғыш үткәндәрен китаптарҙан уҡып белеп үҫһендәр. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарға мәңгелек дан!