Бикбау ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ,активтары Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Хәтер юлы” исемле автоуҙышҡа сыҡтыҡ. Ҡатнашыусылар һәр ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелисктарға веноктар һалды.
“Хәтер юлы” исемле автоуҙыш беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән батыр яугирҙарыбыҙға, ата-бабаларыбыҙға,бөгөнгө көндә Ватаныбыҙҙы яҡлап, ил сиген һаҡлап ҡалыу өсөн яу яланында алышҡан ҡаһарман егеттәребеҙгә ҡарата ойошторолдо. Ил яҙмышы һәр кемебеҙҙе борсой. Байрам менән барығыҙҙы ла!