Бикбау ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл активистары район үҙәгендә урынлашҡан Ейәнсура районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ. Музей хеҙмәткәре Аслаева Ирина Фәнил ҡыҙы ихлас ҡаршы алды.Сәйәхәтебеҙҙең төп маҡсаты Ватанды һаҡлаусылар, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналды.Ирина Фәнил ҡыҙы “Батырҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ” исемле патриотик сәғәт үткәрҙе, музей эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, музей буйлап экскурсия үткәрҙе.Төрлө экспонаттарҙы, альбомдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ.
Бикберҙе һөтсөлөк фермаһының алдынғы һауынсылары Ишмухаметова Ғәшиә һәм Ибрагимова Гөлзифа апайҙарҙың маҡтау ҡағыҙҙары һаҡлана музейҙа.