Буранғол ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балалар менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнөнә арналған мәғлүмәт сәғәте уҙғарылды. Республика флагы халыҡтарҙың дуҫлығын һәм берҙәмлеген символлаштыра. Балалар Башҡортостандың символикаһы, флагтың барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның төҫтәренең әһәмиәте менән таныштылар. Белемдәрен нығытып дәүләт флагын төшөрҙөләр һәм аппликация эшләнеләр.
Башҡортостандың бөгөнгө символикаһы тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Башҡорт ырыуҙарының милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө – ул байрам ғына түгел, һәр беребеҙгә үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе хәтергә төшөрөү мөмкинлеге лә.