Трушин ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла
ҡатнашыусылар менән осрашыу ойошторолдо. «МХО геройҙары-Рәсәйҙе һаҡлаусылар » мероприятиеһендә беҙҙең яугир-яҡташтарыбыҙ Буранғол ауылынан Ишмөхәмәтов Ринат Ғиниәт улы һәм Трушин ауылынан Ханин Виктор Александрович ҡатнашты. Тыуған иленең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ булдырыу маҡсатында Трушин мәктәбенең 8-9 класс уҡыусылары саҡырылды.
Хәрбиҙәр һөйләргә яраған тиклем хәрби тормоштары тураһында һөйләп,көнкүрештәре менән уртаҡлаштылар.
Һалдаттарыбыҙ утты-һыуҙы үткәндәр,наградаларға лайыҡ булып,яраланып ҡабат сафҡа баҫҡандар…
Кисәлә ауыл хакимиәте башлығы,уҡытыусылар,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сығыш яһанылар.Икеһе лә яҡшы спортсы булған,мәктәп,ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән Виктор менән Ринатҡа изге матур теләктәр теләп ауыл халҡы исеменән күстәнәс-бүләктәр тапшырылды.
Был осрашыу уҡыусыларҙың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.