Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙибә.
Уның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғыр китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» ,«Йондоҙ асам» , «Сәғәт моңо» , «Фатихамды бирәм һиңә» , «Минең ҡошом Һомай» шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» , «Яңы күлдәк» әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль», «Камень счастья» исемле шиғыр йыйынтыҡтары бар.
1993 йылда Факиһа Туғыҙбаева «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Буранғол моделле китапханаһында «Фаҡиһа Туғыҙбаева – тыуған ергә,тыуған илгә һөйөү йырсыһы» тип аталған шиғриәт сәғәте үтте. Ул шиғриәт яратыусыларҙы шағирәнең тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Кисәлә ҡатнашыусылар Факиһа Туғыҙбаеваның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе . Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева ижадына һәм тормош юлына арналған кроссворд һәм викторина ла һәр ҡатнашыусы әүҙем булды.
Үҙенең әҫәрҙәрендә Факиһа Туғыҙбаева тыуған халҡына, ергә, Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡ һәм эскерһеҙ һөйөү тойғоһон сағылдыра .Китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ башҡорт халҡының Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева кеүек һоҡланғыс, талантлы шәхестәре менән ғорурлана.