#МинеңЯратҡанЖурналым
Аҡбуҙатым килеп етте-
Ҡәҙерле,матур баҫмам.
Һәр битен асып ҡарап мин
“Шәп журнал”-тиеп ҡалам.
Балалар яратып уҡыған “Аҡбуҙат” журналы был көндәрҙә үҙенең 33 йыллығын билдәләне.
Аҡбуҙат — мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн башҡорт телендәге айлыҡ журнал, 1989 йылдың майынан «Ағиҙел» журналына ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән сыға. 1991 йылдан үҙаллы баҫма булып донъя күреп килә.
Буранғол китапханаһы үҙенең кескәй дуҫтары менән “Аҡбуҙат”журналына сәйәхәткә сыҡты.
Журналда балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар, йырҙар, уйындар баҫыла.
Балалар яратып уҡыған ” Аҡбуҙат”журналынан хайуандар,ҡоштар тураһында шиғырҙар,тылсымлы әкиәттәр тыңланылар.
2016 йылда Башҡортостан китапханалары араһында үткән «Йыл китабы» конкурсында еңеүсе исемен ала һәм «Иң уҡымлы балалар журналы» тип табыла.