Әкиәт — халыҡ ижадында тылсымлы көстәр, сихырсылар ҡатнашлығында һәм мөғжизәле, мажаралы ваҡиғаларға, тылсымлы көстәргә бәйле булыуы менән үҙенә ылыҡтыра. Ҡадир Даяндың “Эт үҙенә нисек хужа тапты ?” әкиәтен театрлаштырыү балаларға оҡшаны. Ролдәрҙе лә үҙҙәре башҡарғас,үҙенә хужа эҙләгән этте бик йәлләнеләр. Әммә эт үҙенә ышаныслы хужа,кешене тапты. Эйе эт бик тоғро,балаларҙың яратҡан,бергә уйнаған иң ышаныслы дуҫы булды һәм булып ҡаласаҡта.