Нәфис әҙәбиәт балаларға бер нәмә менән дә сағыштырып булмай торған рухи аҙыҡ бирә. Китап балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра.
Буранғол ауылының ” Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә китаптар,журналдар ярата. Балалар үҙҙәре лә китапханаға йыш киләләр һәм китапханала үткәрелгән сараларҙа актив ҡатнашалар. 22 март көнө күсмә китапхана ойошторолдо.Уларҙың һорауы буйынса тылсымлы әкиәттәр, ҡырағай йәнлектәр һәм хайуандар тураһында,” Аҡбуҙат”журналдары һәм А.Бартоның шиғырҙар китабы тәҡдим ителде.