Китапхана үҙенең кескәй дуҫтарын викторина уйынына йыйҙы.Әкиәттәрҙе барлыҡ балалар ҙа ярата,сөнки сихыр,мажаралар мауыҡтырғыс һәм шул уҡ ваҡытта бер аҙ ғына ҡурҡынысыраҡ та.Әкиәттә геройҙар һәм образдар күп.Балалар әкиәт илендә,әкиәт геройҙары менән йәшәй,уйнай көлә һәм шаяра.Әкиәт балаларҙы көлдөрә һәм теләктәшлек итә,Геройҙар менән яҡшылыҡты яуызлыҡтан айырырға өйрәтә.
Рус һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса «Әкиәт илендә»викторина уйыны кескәйҙәр өсөн мауыҡтырғыс булды. Бигерәктә Айлина,Вика,Лиана,Ансар викторинала рус халыҡ әкиәттәрен дә,башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә яҡшы белеүҙәрен,әкиәттәрҙе яратып уҡыуҙарын белдерҙеләр. Бик тырышып әкиәт геройҙарын,уларҙың яратҡан хайуандарын,шулай уҡ әкиәт авторҙарын дөрөҫ әйттеләр.Әкиәттәрҙе беҙ бик яратабыҙ.