Әҙәби-музыкаль кисә «Телдәр белгән-илдәр гиҙгән».
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. «Теле барҙың – иле бар» тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар . Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Буранғол моделле китапханаһында «Телдәр белгән-илдәр гиҙгән» исемле әҙәби-музыкаль кисә булып үтте.Әҙәби сара халыҡ-ара туған тел көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырыу, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолдо. Тел ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә кешенең күңел байлығын, зиһенен, аҡылын, рухи донъяһын сағылдырыусы ла.
Ҡатнашыусылар туған тел,башҡорт теле-халҡыбыҙҙың милли теле генә түгел-дәүләт телен ҙурлап,шиғырҙар,йырҙар тыңланылар.
Л.Хәмитова,Д.Хәмитова,Ғ.Хәмитова,Э.Искәндәровалар уҡыған Рәми Ғарипов,Зәйнәп Биишева,Рауил Бикбаев шиғырҙары,йыр-моңға үрелеп барған моңдо Г.Акбутина,Ә.Талипова,М.Казбулатова башҡарҙы.
Китапханасы «Халҡым теле- хаҡлыҡ теле» китап күргәҙмәһенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән «Аманат», «Аҡбуҙат», «Йәншишмә»нең яңы һандары менән таныштырҙы.
Башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған әҙәби сара яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры менән тамамланды.