…Илебеҙҙә күңелле йырҙар, байрамдар мәле ине.
Беҙҙең көндәребеҙ яҡты һәм тыныс ине.
Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре бара ине.
Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған.
Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, ѳҙѳлгән ғүмер, яралы мѳхәббәт,йәтимлек…
« Хәтеремдең тере ҡуҙҙары» патриотик сәғәтенә һуғыш һәм тыл ветерандарының балалары:
-Акбутина Гөлниса Ғәле ҡыҙы,
-Казбулатова Минзилә Айса ҡыҙы,
-Халитова Гөлгөнә Фәрит ҡыҙы,
-Хамидуллина Илүзә Ишмырҙа ҡыҙы саҡырылды.
Һуғыш ҡырында ятып ҡалғандар, һуғыштан һуң алған яраларҙан вафат булғандар, хәҙерге осорҙа хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар, инде оло йәшкә етеп гүр эйәһе булған ветерандарға арналды.