Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә,
Яңы һулыш һәр бер күңелдә.
Шатлыҡ килә.еңеү майы булып,
Нисәнсе ҡат тыуған илемә.
Еңеү байрамы – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәдхиә йырлаған 80-се еңеү байрамы быйыл да ҙур хөрмәт менән билдәләнәсәк.
Буранғол моделле китапханаһында “Ватан ҡаһарманлығы”исемле патриотик сәғәт үткәрелде.
Бөгөн беҙҙең кисәлә ҡатнашыусылар :
-Хамитова Ғәҙилә Юныс ҡыҙы,
-Хамитова Ләлә Фәрит ҡыҙы,
-Хамидуллина Илүзә Ишмырҙа ҡыҙы.
Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы…
Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан,ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандырын хәтергә алайыҡ!
Еңеүгә үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре: ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарында, ә һеҙ ауыл, ҡалаларҙа еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар, хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел.
Тылда һыйыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек бәрәнге, башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, ололар менән бер рәттән һабан һѳргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып барған инәйҙәр, бабайҙар алдында баш эйәбеҙ.






