22 ноябрь көнө район мәҙәниәт йортонда башҡорт дебет шәле фестивале үтте. Бикбау ауыл биламәһе шәлселәре лә был фестивалгә барҙылар.”Һүрәмем биҙәктәре” исемле күргәҙмәлә (етәксеһе:Аҙнағолова Ә.С) Ғаилә йылына арналған бик матур композиция урынлаштырылһа, “Гүзәл” бейеү ансамбле (етәксеһе:Кунаккужина К.М) ҡыҙҙары сәхнәлә бик оҫта сығыш яһанылар.Һәм беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙ призлы урындар менән баһаланды.Шулай уҡ сувенир шәл номинацияһында Ә.С.Аҙнағолова 3-сө урынға лайыҡ булды, биҙәкле шәл номинацияһында Ф.М.Урманбетова грамота менән бүләкләнде.Барлыҡ ҡатнашыусыларға, ярҙам итеүселәргә оло рәхмәт.