Ҡурай башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – Башҡортостандың биләмә бренды сифатында теркәлде. Ҡурай үҫемлек булараҡ та, башҡорт халыҡ музыка ҡоралы булараҡ та Башҡортостан менән бәйле.
Ҙур һәм мәртәбәле эштең башында— танылған ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азат Айытҡолов тора.
Ҡурай төрҙәре: ҡыйыҡ-ҡурай (ғәйнә ҡурай), сор-ҡурай — һыҙғыртма ҡурай, һыбыҙғы — бәләкәй арҡыры ҡурай.
Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.

Ҡурай моңо яңғырай.

Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
(Шәйехзада Бабич “Ҡурайҡайға”)
” Ҡурай иленә сәйәхәт”исемле мәғлүмәт сәғәте ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабич ижадынан “Ҡурайҡайға” тип аталған шиғыры менән башланды. “Ҡурай иленә сәйәхәт” башҡорт халыҡ ижады буйынса “Ҡурай “әкиәте ҡурайға арналған йомаҡ һәм мәҡәлдәр,шиғырҙар менән аралашып барҙы.Китапхана музейендә һаҡланған ҡурай үләне һәм ҡурай уйын ҡоралы менән таныштылар.

Ҡурайым. Абдулхаҡ Игебаев.
Ерҙең йөрәк тамырынан
Яралғанһың, ҡурайым,
Шуға ла һин, ер әсәмдәй,
Моңлоһоңдор, моғайын.
Нисә быуаттар буйына
Һайрайһың, һин, ҡурайым,
Моңдарыңды хайран ҡалып,
Тыңлағандыр Арҡайым.
Халҡымдың Моң шишмәһе һин,
Йор тауышлы ҡурайым,
Тауышҡайыңды ишетһәм
Яҡтыралыр сырайым.
Һин һыҙҙырып уйнағанда
Мин ҡушылып йырлайым.
Милли моңға йән өрөүсе
Әл дә һин бар, ҡурайым.