Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов-беҙҙең районда йәшәгән берҙән-бер һуғыш ветераны,ул алыҫта ҡалған һуғышты күргән һәм үткән кеше-тере тарих.99 йәшлек олатайҙың бөгөн дә йор һүҙле,патриотик рухлы булыуы һоҡландыра.Әхмәтдин олатай махсус уҡыу тамамлап, элемтәсе булып 1-се Украина фронтында,335-се уҡсы полкына эләгә.Ил яҙмышы хәл ителгәндә,һәр минут ҡәҙерле булғанда элемтәсенең ни тиклем яуаплы булыуын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел.Әхмәтдин олатай,ул ваҡытта,йәш кенә егет,пуля ямғыры аҫтында ҡуйылған бурыстарҙы тейешле үтәй.Илдең,киләсәктең яҙмышын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Еңеүҙән һуң баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе төҙөкләндереү ҙә ҡатнашып 1950 йылда ғына тыуған яғына ҡайта.