Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы. Бөйөк Еңеү.Ҡан менән яулап алынған Еңеү.
Буранғол ауылында «Бөйөк утлы йылдарҙың изге хәтерен һаҡлап “ исемле патриотик сара үткәрелде.Ветерандарҙың хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында мәктәп уҡыусылары,балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, «Әүкәйҙәр» фольклор ансамбле ҡатнашыусылары һәм ата-әсәләр ҡатнашты.Уҡыусылар батыр һалдаттарыбыҙға арнап яҙылған шиғырҙарҙы яттан һөйләнеләр, «Батыр һалдатҡа йырын йырланылар,кескәй балалар яратҡан йырҙарының береһен “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” ты йырлап ишеттерҙеләр.Алина,Артем,Роман геройҙар хаҡында шиғыр ятланылар. «Әүкәйҙәр “ “Еңеүселәргә дан “йыры менән патриотик сараны тамамланы. Алып барыусылар Ғәҙилә Хамитова менән Гөлгөнә Халитова.
Еңеү йырҙары – көй-моң ғына түгел, улар – беҙҙең именлек, азатлыҡ сүкелгән тотош дәүер сағылышы. Был йырҙарҙа юғалтыу әрнеүе лә, еңеү шатлығы ла, яҡты киләсәккә өмөт һәм ышаныс та бар.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына, шанлы юлдарға арналған сара обелискка сәскәләр һәм веноктар һалыу менән тамамланды. Был дәһшәтле йылдар тураһындағы хәтер бына шулай быуындарҙан-быуындарға тапшырылып, Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланғаны киләсәктә лә онотолмаҫ. Совет халҡының үҙ-үҙен аямай Тыуған илен, ерен һаҡлауы ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ билдәһе булып илебеҙҙең героик йылъяҙмаһында мәңгелеккә яҙылған. Тыныс тормош өсөн яу яландарында баштарын һалған яугирҙар, тыл ветерандары, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙға рәхмәтлебеҙ!
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә.
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә.
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып
Байраҡ талпына!
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ.