ППМИ проекты сиктәрендә “Моңдар ҡайтһын ауылға”исемле концерт программаһы менән Кесе Һүрәм һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны.Бай йөкмәткеле концертта моңло йырҙар,күңелле бейеүҙәр, халыҡ шағирҙарының шиғырҙары яңғыраны.Һәр номер алҡыштарға,көслө ҡул сабыуҙарға күмелде.Тамашасыларға,һәүәҫкәр әртистәргә ҙур рәхмәт.Артабан да берҙәм булайыҡ,бергә булайыҡ.