#БиблиотекиЗианчуры
#БурангуловскаяМодельнаяБиблиотека
#Ветерандарҙы_хөрмәтләп_иҫкә_алдыҡ
22 июнь – Рәсәй һәм кешелек тарихында иң ҡайғылы һәм фажиғәле дата. Был көндә беҙ фронтта һәләк булған, фашист лагерҙарында һәм тылда аслыҡтан, ауыр тормоштан мәрхүм булғандарҙың барыһын да хәтергә алабыҙ. Үҙенең ғүмерен аямай изге бурысын үтәгән, Тыуған илен һаҡлаған һәм беҙгә азат киләсәк бүләк иткән бер кем дә онотолмаһын.
Буранғол ауылының тыл ветерандарын,һуғыш ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алырға обелиск янына йыйылдыҡ.Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай ҡан ҡойған,һәләк булған батырҙарыбыҙҙы,тылда көндө төнгә ялғап эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар,балаларҙы,хеҙмәт армияһында булған өлкән йәштәге олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ.Хөрмәтләп сәскәләр һалдыҡ.