Буранғол ауыл мәҙәниәт йортонда 12 мартта «Батырҙарға мәңгелек дан!» исемле « Еңеү Салюты !» фестивале үтте. Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған мөһим ваҡиғаға әйләнде. Был ҙур концерт илебеҙҙе яҡлаусыларға хөрмәт йөҙөнән ойошторолдо. Уларҙың батырлығында беҙ тыныслыҡта һәм хәүефһеҙлектә йәшәй алабыҙ, балалар үҫтерәбеҙ, яратҡан шөғөлдәребеҙ менән шөғөлләнәбеҙ. 1941-1945 йылдарҙағы ауыр йылдарҙа ата-бабаларыбыҙ дошманға еребеҙҙе баҫып алырға бирмәҫ өсөн һуңғы тамсы ҡанына тиклем һуғыша. Ә бөгөн уларҙың бүләләре Тыуған Илебеҙҙе һаҡ аҫтында тотоуын дауам итә. Был кистә йырҙар, шиғырҙар барыһы ла уларға бағышлана. Концерт өс өлөштән тора: «Хәтер », « Һуғыш »,һәм «Еңеү». Уларҙа Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан алып тамамланғанға тиклемге бөтә төп ваҡиғалар сағылдырыла.
«Ватан ҡаһарманлығы“ күргәҙмәһе өс өлөштән торҙо: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл ветерандары,«ҡыҙыу нөктә” ветерандары,МХО батырҙары.
«Әхирәттәр »,«Әүкәйҙәр», «Яҙлауыр», «Сәйлән», «Кесе Һүрәм ҡыҙҙары “ фольклор һәм вокаль ансамблдәре, «Гүзәл», «Бөркөттәр» бейеү ансамбле,Трушин мәктәбенең уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы,Буранғол мәктәбенең, « Йәйғор »балалар баҡсаһының коллективы,ауылдың актив кешеләре ҡатнашҡан «Еңеү Салюты! » гөрләп бер тында үтте.
Ата-бабаларыбыҙҙың ғүмере менән яулап алынған Еңеүҙе онотмайбыҙ! Мәңге беҙҙең хәтерҙә!