Өләсәйем һандығы.
«Әүкәйҙәр» фольклор ансамбле үткәндәргә, мауыҡтырғыс сәйәхәткә илтә — ата-бабаларҙың көнкүреше һәм тормошо менән таныштыра. Китапханала,ҡап уртала урындыҡ, башҡорт стилендәге әйберҙәр һәм көнкүреш әйберҙәре менән биҙәлде,урындыҡта һандыҡ,милли әйберҙәр,ҡул эштәре менән урын алды. Өләсәйҙәр кистәрен кейемдәр тегеүҙәрен, сигеүҙәрен,ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәнеү өйберҙәре,ҡорама ҡорап,һәр береһен һандыҡҡа һалыуҙарын һөйләп,күрһәтте. Унда ҡулдан эшләнгән көмөш биҙәүестәр ҙә булды.
Был байрамдың төп маҡсаты балаларҙа башҡорт милли мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, милли кейемдәр менән яҡындан танышыу булып торҙо. Байрамда балалар халыҡ уйыны «йөҙөк һалыш» уйнанылар, дәртле йырҙар тыңланылар,башҡорт халҡының милли мираҫы менән яҡындан таныштылар.
Башҡорт халҡының мираҫтарын балаларға еткереп тороусы «Әүкәйҙәргә» ҙур рәхмәт.Уларға изге эштәрендә уңыштар юлдаш булһын.