Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, милләтебеҙҙең рухи йондоҙо Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына арналған әҙәби кисәгә шағирҙың ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды.
Иң популяр, иң күренекле әҙиптәрҙең береһе булды Мостай Кәрим. Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән ул бөтә халыҡтың мөхәббәтен яуланы. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы, Халыҡтар дуҫлығы, Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнә.1963 йылда Халыҡ шағиры исеме бирелә. Яҙыусы С.Юлаев, Станиславский исемендәге. СССР-ҙың Дәүләт, Ленин премияһына , Г.Х.Андерсен исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.1979 йылда Социалистик Хеҙмәт геройы тигән ҙур исем бирелә. Башҡортостан республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырыла.
Буранғол моделле китапханаһында “Мостай Кәрим-милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” тип аталған кисәлә шиғырҙар,йырҙар яңғыраны.Яҙыусының драма әҫәрҙәре,повест-хикәйәләре иҫкә алынды.Викторина,кроссворд уйыны яҙыусының күп йыллыҡ ижадына арналды.Кисә барышында уның ижадынан йырҙар яңғыраны.
Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған аҡһаҡалыбыҙ, шәхесебеҙ күңел һәм йөрәк түрендә һәр саҡ һаҡланыр.М.Кәрим Башҡортостан республикаһының халҡы исемен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе, башҡорт әҙәбиәтенең ил күләмендәге дәрәжәһен нығытты.
Мостай Кәримдең ижады беҙҙең күңелдәрҙә артабан да нурландырыр, сөнки Мостай Кәрим беҙҙең һәр беребеҙҙең күңелендә.