Беҙҙән һеҙгә күңел йылыһы.
Яугирҙәребеҙ махсус хәрби операция зонаһында ялан шарттарында хеҙмәт итә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаждар.
Беҙ уларға һәр яҡлап ярҙам итергә теләйбеҙ. Буранғол ауылы халҡы ла китапхана янында эшләп килгән «Әүкәйҙәр» фольклор ансамбле ҡатнашыусылары инициативаһы буйынса изге эш хаҡына берләшеп, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн окоп шәмдәре эшләнде.Уны эшләү өсөн ауыл халҡынан парафин һатып алырға аҡса йыйыу ойоштороп,консерва банкалары йыйҙыҡ.
Окоп шәмдәрен эшләр алдынан Гөлниса Аҡбутина ҡатын-ҡыҙҙарға әҙерләү технологияһын ентекләп өйрәтте.
Берҙәмлек һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә 80 дана окоп шәме әҙерләнгән дә инде. Әлеге ваҡытта сираттағы партия окоп шәмдәрен әҙерләп эшләү өсөн тимер банкалар туплайҙар.
Изге эшебеҙ яугирҙәргә күңел йылыһы бирер.