Буранғол моделле китапханаһы ай һайын үҙенең иң күп китап уҡыусыһы менән таныштырып бара.Ноябрь айының иң күп китап уҡыусыһы-Динә Рауил ҡыҙы Хамитова.
Бикбау ауылы ҡыҙы бала саҡтан китап уҡырға ярата.
Мәктәпкә барып, ныҡлы уҡырға өйрәнгәс, тәүге үҙаллы уҡыған китабы “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм “Өс таған” була. Был әҫәрҙәр шул тиклем оҡшай уға, башкөллө шул донъяға сума. Йәмил һәм Оксана өсөн шатлана ла, ҡайғыра ла.
– Уҡып бөткәс, күңелем үҫте,тағы -тағы шундай китаптар уҡығым килде, сөнки миңә үҙ тормошомда иң ҡыҙыҡлы, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе уҡығанмын, донъяла быларҙан да һәйбәтерәк, ҡыҙыҡлыраҡ повесть-романдар ҡабат тапмаҫмын кеүек тойолдо,-тип йылмайым хәтерләй ул.
Ошо китаптар,Мостай Кәрим уға китап донъяһына һуҡмаҡ һала ла инде.
Мауыҡтырғыс китап донъяһына илткән һуҡмаҡ артабан үҫә,киңәйә.
Динә Рәүил ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне,Буранғол тулы булмаған мәктәбе ҡыҫҡартыуға эләгеп ябылғас,тормош иптәшенә ҡортсолоҡта ярҙам итә.
Хамитовтар ауылда ҙур абруйлы,кешеләргә ярҙамсыл булыуҙары менән хөрмәт ҡаҙанған ғаилә.Ауыл тормошонда активтар, « Һаумыһығыҙ,ауылдаштар!»,яңы йыл байрамдарында бағымсы булып торалар.Илебеҙҙә тыныслыҡ өсөн тип,СВО-лағы һалдаттарға ярҙам итеү акцияһында иң әүҙемдәр.Аҡсалата ла ярҙам итәләр.Март айында ауылыбыҙҙа «Әүкәйҙәр» фольклор ансамбле инициативаһы менән яугир-һалдаттарға ете посылка әҙерләп ебәрҙек,шул ваҡытта ла Динә менән Марс Хамитовтар ярҙамдан тип ваҡ һауыттарҙа бал килтерҙеләр.
Хәҙер ҙә ҙур кинәнес менән башҡорт, рус һәм донъя классикаһын уҡый Динә Рауил ҡыҙы.
Башҡортостан йәштәр журналы “Шоңҡар”,ҡатын-ҡыҙҙар журналы “Башҡортостан ҡыҙы”,әҙәби-нәфис журнал “Ағиҙел” уның көтөп алған баҫма әҫәрҙәре.
Кем уҡырға ярата бер ҡасан да китаптан,журналдан,гәзиттән айырылмай. Уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.