“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Буранғол моделле китапханаһында ла “Уҡытыусы һәм остаз” йылы айҡанлы һәм “Уҡытыусылар көнө”нә бағышлап ауылымдың уҡытыусылары менән «Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.» исемле кисә ойошторолдо.
Буранғол мәктәбенең уҡыусылары уҡытыусыларыҙы ҡотлап шиғырҙар һөйләне, йырланы, үҙ ҡулдары менән эшләнгән открыткаларын бүләк итте һәм сәскәгә күмде.
“Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәленеүселәре йырлап-бейеп ҡотланылар.”Әүкәйҙәр” һәм ҡунаҡтар ҙа оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусыларҙы ҡотлап йырҙар йырланылар,шиғырҙар һөйләнеләр,бүләктәр,сәскәләр бирҙеләр.
Күңелле аралашыуҙа мәктәп йылдарын иҫкә алып, һөйләшеп,күңелдәр булғансы йырҙар йырлап,Хәсән ағай ижад иткән йыр менән кисәне күңелле итеп тамамланыҡ.