Ғаилә.Был мәңгелек темаға яҙыусыларҙың ҡарашы төрлөсә була, әммә улар барыһы ла бер төрлө була ғаиләлә әхлаҡи нигеҙҙәр, быуындан – быуынға күскән дөйөм кешелек ҡиммәттәре раҫлана. Буранғол моделле китапханаһында «Китап биттәрендә ғаилә»мәғлүмәт сәғәте үткәрелде.
Көн дауамында китапханасы китап уҡыусыларға ғаилә һәм тәрбиә темаһына ҡағылған нәфис әҫәрҙәргә,журнал биттәрендә баҫылған, ҙур булмаған мәғлүмәт күҙәтеүе тәҡдим итә. Һәр яҙыусының йәки журналистың ижадында ғаилә мөнәсәбәттәре проблемалары ҡарала. Уҡыусылар нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре, «Башҡортостан ҡыҙы » журналы менән таныша, улар ғаилә мөнәсәбәттәре, быуындарҙың үҙ-ара бәйләнеше, туғанлыҡ хистәре һәм мөхәббәт тураһында бәйән итә.