#Үҙебеҙҙекеләрҙе_ташламайбыҙ
МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, тыуған яҡтың йылыһын да тапшырыу ниәтендә, уларға кәрәкле әйберҙәр йыйыу йыл дауамында бара. Буранғолдар ҙа был мөһим уртаҡ эштән ситтә ҡалмай.Быға тиклем йылы кейемдәр,йөндән бәйләнгән носкиҙәр,сәк-сәктәр бешереп оҙатһаҡ,бөгөн иһә окоп шәмдәре эшләп оҙаттыҡ.Аҡсалата йыйған ярҙам да беҙҙең һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн кәрәкле әйберҙәр алырға тотоноласаҡ.
Ауылыбыҙ берҙәм, ярҙамсыл.Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам – ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!