Хәтер көнө 3 сентябрь, Бесланда булған фажиғәле ваҡиғаларға тура килә, террористик енәйәт һөҙөмтәһендә 300-ҙән ашыу кеше һәләк була. Әммә был көндө илебеҙҙә һәм унан ситтә булған бөтә теракт ҡорбандарын да иҫкә алалар.
Бөтә террористик акттар араһында 2004 йылда Бесланда фажиғәһе бығаса булмаған ҡанһыҙлығы һәм кешелекһеҙлеге менән айырылып тора.
Бесландағы теракт Рәсәй тарихында иң масштаблы һәм кешелекһеҙ теракттарҙың береһе була,уның тураһында белгән бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Фажиғә илде дөйөм ҡайғы менән берләштерә.
Буранғол моделле китапханаһы 3 сентябрь теракт ҡорбандарын иҫкә алып “Беслан.Онотолмаҫлыҡ фажиға” хәтер сәғәте үткәрҙе.Сараға Буранғол башланғыс мәктәбенең уҡыусылары саҡырылды.
Сара Беслан фажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланды. Артабан уҡыусыларҙы ваҡиғалар хроникаһы менән таныштырып,китапханасы әлеге ваҡытта кешеләрҙең йөрәк тибеше менән иҫкә алған ҡот осҡос өс көнө тураһында һөйләне.
Бесландағы фажиғәле ваҡиғаларға, һәләк булған балаларға, уларҙың исемдәре мәңгегә кешелек хәтерендә ҡаласаҡ.Уларҙың уҡытыусыларына, остаздарына һәм һуңғы минутына тиклем һынауҙарҙың ауырлығын ҡаплаған һәм уртаҡлашҡан бөтә кешеләрҙе иҫкә алыу сараһы булды.
Ҡан ҡатыш күҙ йәштәре йылға булып аҡҡан фажиғаны тыңлау бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырманы.Террорсыларҙың ҡанһыҙлыҙы һәм кешелекһеҙлеге, күпме кешенең ғүмерен өҙҙө лә,ғүмерлеккә инвалид итеп ҡалдырҙы.Беслан фажиғәһендә спецназдың, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең батырлығы халыҡты берләштерҙе,ышаныс арттырҙы.
Сара аҙағында балалар теракт ҡурҡынысы ихтималы булғанда,шикле әйберҙәр, шартлатҡыс ҡоролманы тапҡанда нимә эшләргә һәм нисек эш итергә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт тыңланы.