Буранғол моделле китапханаһы «Беҙҙең Пушкин» әҙәби сәғәте үткәрҙе. А.С.Пушкиндың тормошо һәм ижады, бала сағы тураһында ҡыҫҡаса тыңлап, балалар шағирҙың тормошонан, уның яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенең нисек башланыуы тураһында бик күп ҡыҙыҡлы факттарҙы белде.
Пушкиндың билдәле шиғырҙары, әкиәттәре буйынса викторинала ойошторолдо.Әҙәби сәғәттә балалар әкиәттәге төп геройҙарҙың ниндәй характерҙағы булыуы, изге күңелле һәм йомарт булыу, туғандарҙы яратыу һәм хөрмәт итеү тураһында һөйләне. Әңгәмә барышында балалар көнсөллөк кешенең тормошон емерә, ҙур зыян килтерә икәнен аңлай. Балалар әҙәби ребустарҙы сисә,шиғырҙарын иҫкә төшөрә һәм әкиәттәрен кем күберәк белә ярыштарында ҡатнашты .
Был сара ҡатнашыусыларға, алып барыусы менән бергә, шағирҙың әҫәрҙәре донъяһына сумдырылырға, уның әкиәттәре, повестары һәм романдары геройҙары менән танышырға ярҙам итә.
Китапханала «Тылсымлы әкиәт илендә » китап–иллюстрация күргәҙмәһе биҙәлгән, унда шағирҙың әҫәрҙәре балалар өсөн әкиәттәр, шиғырҙар, поэмалар, повестар ҡуйылған.